Шаран районы 90 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Тарихи дата айҡанлы районда социаль объекттар асылды, байрам тантаналары ойошторолдо.
Ҡыр-Теләүле халҡы райондың юбилейын яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты менән ҡаршы ала. Ошоға тиклем ауыл кешеләре медицина ярҙамын заманса уңайлыҡтары булмаған иҫке бинала алған. Яңы объект йылы, яҡты, уңайлы. Бында халыҡтың сәләмәтлеген тикшереү, дауалау өсөн тулы шарттар булдырылған. Фельдшер-акушерлыҡ пункты Ҡыр-теләүле халҡын һәм эргә-тирәләге өс ауылды хеҙмәтләндерәсәк, бында бөтәһе 400-гә яҡын кеше беркетелгән. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы милли проекттың «Беренсел медицина звеноһын модернизациялау» программаһы буйынса сафҡа индерелгән.
Юбилей сараларында ҡатнашыусылар «Ҡайғылы әсә» мемориалына сәскә һалды, махсус хәрби операцияла һәләк булғандар иҫтәлегенә 2 йыл элек ултыртылған аллеяла ҡаһарман яугирҙарҙы иҫкә алды. Ә райондың үҙәк майҙанында спортты, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға арналған флешмоб ойошторолдо, йыйылыусылар төрлө күнекмәләр яһаны, күңел асты. Шаран районының 90 йыллыҡ юбилейына арналған төп тантана мәҙәниәт һарайында үтте. Фойела райондың бай тарихын, бөгөнгөһөн сағылдырған күргәҙмә ойошторолған. Экспозицияларҙа эшҡыуарҙар етештергән продукцияны ла, ҡул эштәрен дә, фәнни материалдарҙы ла күрергә мөмкин. Күргәҙмәлә шарандарҙың алғы һыҙыҡтағы егеттәргә ярҙамы ла сағылыш тапҡан. Тантаналы йыйылыш райондың сәхнә оҫталары әҙерләгән концерт номерҙары менән үрелеп барҙы, хеҙмәт алдынғылар баһаланды. Бүләкләнеүселәр араһында «Яңылыҡтар» хеҙмәтенең Шаран районындағы махсус хәбәрсеһе Әлфинә Андрева ла бар. Коллегабыҙ Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Юбилей сараһы иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булды. 102 йәшлек ветеран Николай Фомин әйтеүенсә, район оло юбилейын лайыҡлы ҡаршылай, йылдан-йыл үҙгәрә, матурая бара.



