Туймазы районында «Урман һәм күл» экобазаһын киңәйтеүгә республика гранты бүленгән


Тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан комплекста быға тиклем дүрт йортта ял итеү мөмкин булһа, киләһе йылға йорттар һаны ике тапҡырға артасаҡ . Башҡортостанда быйыл туризм тармағын үҫтереү өсөн 3 млрд 700 млн һум аҡса бүленгән. Гранттар ярҙамында эшҡыуарҙарға туризм йүнәлешендә бизнес асыу өсөн ташламалар, ҡуртымға ер һәм башҡа субсидиялар ҡаралған. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында .

«Урман һәм күл « экобазаһында ҡышҡыһын да туристар өҙөлмәй. Тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан йорттарҙа йәшәү, күңел асыу, балаларға уйнау өсөн шарттар тыуҙырылған. Иркен мунса, мангал майҙаны булған йорттар биш йылдан ашыу ял итеүселәр араһында һорау менән файҙалана. Ял базаһы хужалары Айгөл менән Артур Әхмәҙиевтар комплексты киңәйтеү өҫтөндә эш алып бара.

Тау саңғыһы комплексы эргәһендә төҙөлгән ял базаһын киңәйтеү өсөн Әхмәҙиевтар республика грантын алған. Эшҡыуарҙар яңы йорттарҙы үҙенсәлекле итеп - Скандинав курорттары стилендә төҙөргә ниәтләй.

«Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты буйынса быйыл Башҡортостанда туризм тармағын үҫтереү өсөн 3 млрд 700 мең һум аҡса бүленгән. Дәүләт ярҙамы күрһәтелгән иң күп проекттар Өфөлә, Белорет, Нуриман, Бөрйән, Баймаҡ, Ҡариҙел , Туймазы һәм Әбйәлил райондарында тормошҡа ашырыла. Туризм тармағында федераль ярҙам сараларын йәлеп итеү һорауҙарында республика Рәсәйҙең алдынғы биш төбәге исемлегендә.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ