Ылау алғы һыҙыҡтағы егеттәрҙең теләктәрен иҫәпкә алып тупланған. Был юлы колонна составында яугирҙарға күсмә мунса ла оҙатыла. Махсус хәрби операцияға мунсаны «Билд» төҙөлөш компанияһы етәксеһе Альфред Александров тапшырҙы.
Республика ҡала-райондарында мәғариф учреждениелары төҙөү менән шөғөлләнгән ойошма алғы һыҙыҡтағыларға тәүге көндән алып ярҙам итә. Был юлы эшҡыуар яугирҙарға мунса ебәрергә хәл иткән. Мобиль күсмә мунса бер урындан икенсеһенә күсереп йөрөтөргә лә, ҡулланыу өсөн дә уңайлы. Мейестең ишеге тыш яҡтан, бер юлы утын яғырға һәм йыуынырға мөмкин, ул 5-6 кешегә иҫәпләнгән. Башҡортостандан барған гуманитар ярҙам егеттәргә тыуған яҡ сәләмен, күңел йылыһын еткерә, берҙәмлек сағылышы булып тора, ти Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов.



