Баймаҡ районы Таулыҡай ауылы махсус хәрби операция һалдаттарына ылау әҙерләй


Берҙәмлектә көс. Айыҡ ауыл республика конкурсында ҡатнашыусы Таулыҡай ауылы махсус хәрби операция һалдаттарына ылау әҙерләй. Был юлы улар өсөн толстовка тегеү, маскировка селтәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтелде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Махсус хәрби операция башланғандан алып теләге булған һәр кем ирекмәндәр рәтенә баҫып яугирҙәргә бар яҡлап ярҙам итергә тырыша. Таулыҡай ауылы халҡы ла ылау әҙерләүҙә үҙҙәренең тос өлөшөн индерә. Был юлы улар һалдаттарға йылы толстовка, повязка, баш кейемдәре тегеү, маскировкалау селтәрен үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре алды.

Районда хәрбиҙәргә йылы толстовкалар, баш кейемдәре тегеүҙе ойошторған «Беҙ бергә» ирекмәндәр етәксеһе Лилиә Такаева йылы ойоҡбаштар, өс бармаҡ бирсәткәләр бәйләү өсөн пряжалар ҙа алып килде. «Хазина» фольклор ансамблендә шөғөлләнеүсе ҡатын‐ҡыҙҙар, «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ағзалары шунда уҡ изге теләктә бәйләмгә тотондо.

Мәктәп ашханаһында бер төркөм ҡатын ҡыҙҙар Рубежный ҡалаһында хәрби госпиталдә дауаланыусы һалдаттарға сәк‐сәк бешерҙе, бишбармаҡ ҡырҡып әҙерләне. Яугирҙәр үҙҙәре бәйләнешкә сығып ирекмәндәрҙән ошо ризыҡтарҙы һораған. Тыуған иле өсөн янып‐көйгән, ил именлеген теләгән Таулыҡайҙар бер көн эсендә күп сауаплы эштәр башҡарҙы.

Раушания Рәхимова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ