Өфөлә «Йөрәгемде балаларға бүләк итәм» бәйгеһенең ҡала этабына йомғаҡ яһалды


Өфөлә «Йөрәгемде балаларға бүләк итәм» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ бәйгеһенең ҡала этабына йомғаҡ яһалды. Өҫтәмә белем биреү хеҙмәткәрҙәре араһында уҙғарылған конкурс һөҙөмтәләре буйынса абсолют еңеүсе тип «Эколог» үҙәгенән йәш педагог Эльвина Камалова танылды. Остазлыҡ эшен уңышлы алып барған замандашыбыҙ тураһында киләһе яҙма.

Шүлгәнташ ҡурсаулығына арналған тематик дәрес. Уҡыусылар макет ярҙамында мәмерйә биләмәһендәге экосистеманы, хайуандар донъяһын өйрәнеп, стеналағы тарихи һүрәттәргә бәйле ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алды. Өфөләге «Эколог» экология-биология үҙәгендә ойошторолған өҫтәмә белем биреү программаһы балаларҙа Башҡортостандың хозур тәбиғәтенә оло һөйөү уята.

Эльвина Камалова юғары белемле белгес, өҫтәмә белем биреү өлкәһендә икенсе йыл уңышлы эшләй. Яңыраҡ йәш педагог «Йөрәгемде балаларға бүләк итәм» Бөтә Рәсәй конкурсының ҡала этабында ҡатнашып, абсолют еңеүсе тип танылды. Уның остазлыҡ тәжрибәһе иң яҡшыһы тип билдәләнде.


Өҫтәмә белем биреү - мәктәп һәм баланың профориентацияһы араһында күпер булып тора. Буласаҡ эколог, биологтар менән эшләп, уларҙа фән донъяһына ҡыҙыҡһыныу уятам. Алда бәйгенең республика этабы көтә, апрелгә тиклем ваҡыт бар. Асыҡ дәрескә етди әҙерләнеп, еңеү яуларға иҫәп. Барлыҡ ҡатнашыусыларға уңыштар теләйем.

Эльвина Камалова, «Эколог» экология-биология үҙәгенең өҫтәмә белем биреү педагогы

«Эколог» үҙәге хеҙмәткәрҙәре «Йөрәгемде балаларға бүләк итәм» һөнәри оҫталыҡ конкурсында тәүгә генә ҡатнашмай. Быға тиклем дә еңеүҙәр яуланған. Әйтәйек, 2023 йылда педагог Татьяна Воробьева ил кимәлендә абсолют еңеүсе булды. Был осраҡлы түгел. Үҙәктә балаларға өҫтәмә белем биреү буйынса иң яҡшы практикалар ҡулланыла. Үҫеп килгән быуын экологик акцияларға әүҙем йәлеп ителә.


«Эколог» үҙәгендә меңдән ашыу бала өҫтәмә белем ала. Беҙҙең педагогтар төп корпуста эшләүҙән тыш, Өфөнөң Совет районы мәғариф учреждениеларында ла дәрестәр алып бара. Бәләкәйҙән үк малай-ҡыҙҙарҙа тирә-яҡ мөхиткә, хайуандар донъяһына һөйөү уятабыҙ. Уларҙы төрлө экскурсияларға йөрөтәбеҙ.

Елена Макарычева, «Эколог» экология-биология үҙәге етәксеһе

Былтыр үҙәк хеҙмәткәрҙәре республика мәктәп уҡыусылары өсөн «Асыштар юлы буйлап» тип исемләнгән фәнни-популяр туристик маршрут ойошторҙо. Мәғариф проекты «Беренселәр хәрәкәте»нең грантына тормошҡа ашырылғайны. Быйыл да балаларға төбәктең иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәттәр уҙғарыу, уларҙы ғилми эшкә йәлеп итеү ҡаралған.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ