Илеш районында Ринат Хәйриҙең тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған сара үтте


Тыуған яҡ йырсыһы. Илеш районында күренекле шағир, прозаик, публицист Ринат Хәйриҙең тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған сара үтте. Ҡәләм оҫтаһын иҫкә алыуҙа туғандары, коллегалары, билдәле әҙиптәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре йыйылды. Осрашыуҙа ижади конкурстарға йомғаҡ та яһалды.

Илһөйәрлек менән тулы шиғырҙар шәлкеме... Йылдар үтеү менән, Ринат Хәйриҙең ижады халыҡ күңелендә нығыраҡ урын яулай бара. Шағирҙың тыуыуына 75 йыл тулыу уңайынан Илеш районында шиғриәт һөйөүселәр бәйгеһе ойошторолған, еңеүселәр хәтер сараһында тәбрикләнде.

Ринат Хәйретдинов мәктәп йылдарында уҡ шиғырҙар ижад иткән. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инеү менән был шөғөлгә ул тағы ла етдиерәк ҡарай башлай, әҙәби түңәрәккә яҙыла. Танылған әҙиптәр менән танышып, ҡәләмен шымарта, яҙыу даирәһен киңәйтә. Күренекле шағирҙар Әнғәм Атнабаев һәм Марат Кәримов менән республика райондарында үҙенең ижады менән таныштыра.

Ринат Хәйри балалар өсөн дә ижад иткән, ҡыҙының исемен ҡушып «Ләйсән» әҙәби берләшмәһенә нигеҙ һалған. Ул оҙаҡ йылдар «Маяҡ» район гәзитендә эшләп, көнүҙәк мәсьәләләр тураһында мәҡәләләре менән дә яҡташтары хәтерендә ҡалған.

Иҫтәлекле саралар шағирҙың тыуған ауылы Үрмәттә лә үтте. Шағирҙың ҡәберенә сәскәләр һалынды. Урындағы мәҙәниәт йортонда концерт ҡуйылды, унда Ринат Хәйриҙең һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны. Мәктәп уҡыусылары тамашасыларға ҡәләм оҫтаһының шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ