Илеш районында ер эштәрен башҡарыуға тағылмалы агрегат менән 364 трактор сыға. Әлегә уларҙың техник әҙерлек кимәле яҡынса 80 процент тәшкил итә. Куйбышев исемендәге хужалыҡта сәсеү комплекстарын ремонтлау көҙҙән үк башланған. Цехтарҙа эш бөгөн дә дауам итә.
Куйбышев исемендәге хужалыҡ һөтлө малсылыҡ йүнәлешендә лә эшләй. Быйыл 600 баш һыйырға иҫәпләнгән яңы ҡура төҙөлөшө планлаштырылған. Ферманың ҡеүәте 1200 баш эре малға иҫәпләнгән. Әле йыл ярымлыҡ мал аҙығы запасы тупланған. Һөт республика заводтарының береһенә оҙатыла.



