Ишембай районында янғын хәүефһеҙлеге нығытыла


Янғын хәүефһеҙлеге һағында. Былтыр августа Ишембай районы Һайран ауылында ҡотҡарыу-эҙләү депоһы сафҡа индерелгәйне. Яңы объект заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған, шәхси состав өсөн айырым йоҡо бүлмәһе, дәрестәр уҙғарыуға уҡыу классы булдырылған. Штатта 20 ҡотҡарыусы. Улар сменаға бүленеп эшләй. Әйткәндәй, янғын часы 12 тораҡ пунктын хеҙмәтләндерә, биләмәлә утыҙға яҡын социаль әһәмиәттәге объект урынлашҡан.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ