Геройҙар беҙҙең арала. Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүсе ир ҡар аҫтында ҡалған баҙға ҡолаған баланы ҡотҡарған. Бәхеткә, ваҡиға шаһиты булған әсә уҙып барған йәйәүлене ярҙамға саҡыра. Әйткәндәй, ҡатындың тормош иптәше, атаһы һәм ҡайныһы әлеге көндә махсус хәрби операцияла. Берәүҙәр хәрби бурысын үтәгәндә, тылдағылар уларҙың ғаиләһенә ярҙам итә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ул көндө Юлиә Бикмәтова ҡурҡыныс төш кеүек иҫкә ала. Ҡатындың күҙ алдында уның 6 йәшлек улы ташландыҡ баҙға ҡолай. Был мәлдә Аяз өй ҡаршыһындағы тауҙа уйнап йөрөгән була.
Әсәнең ярҙам һорап ҡысҡырыуын осраҡлы ир ишетеп килеп етә. Ул тиҙ арала 2 метр самаһы тәрәнлектәге ҡараңғы соҡорға төшкән малайға ярҙам ҡулы һуҙа.
Бәхеткә, ташландыҡ соҡорға бәйле хәл яҡшы тамамлана. Был хәлдән һуң соҡорҙо ҡаплап ҡуйғандар. Шулай ҙа балаларҙың ошо юлдан мәктәпкә йөрүе, Аяздың әсәһендә борсолоу тыуҙыра.
Әлеге ваҡытта Аяз ағаһы һәм һеңлеһе менән махсус хәрби операцияға өлөшләтә мобилизация буйынса алынған аталарының ҡайтырын көтә. Балаларҙың ике олатаһы ла бөгөн тыуған ил именлеге өсөн көрәшә.
Әлфинур Хажиәхмәтова



