Рима Баталова Бәләбәйҙән Михаил Һәм Дмитрий Буциктарҙың хыялын тормошҡа ашырҙы


Күктең етенсе ҡатында. «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Рәсәй Дәүләт думаһы депутаты, Европа һәм донъяның күп тапҡыр Паралимпия чемпионы Рима Баталова Бәләбәйҙән Михаил Һәм Дмитрий Буциктарҙың хыялын тормошҡа ашырҙы. Уларға бүләктән тыш, махсус мәҙәни программа ла әҙерләнгәйне. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Бәләбәйҙән Өфөгә ғаиләһе менән беренсегә килгән Михаил Буцикҡа бай мәҙәни программа әҙерләнгәйне. Күп тапҡырҙар донъя һәм Европа чемпионы Рима Баталова уға Спорт әҙерлеге үҙәге буйлап экскурсия ойштороп, оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Тренажер залдарын ҡыҙыҡһынып ҡараған үҫмергә айырыуса ҡоро бассейн оҡшаны.

Дәүләт Думаһы депутаты, күп тапҡыр паралимпия чемпионы Рима Баталова Бәләбәйҙән 12 йәшлек баланың хыялын тормошҡа ашырҙы. Ҙур ҡолаҡсын тураһында хыялланған малайға «Теләктәр шыршыһы» ярҙамға килә. Уның шары Рима Аҡбирҙе ҡыҙына эләгә. Билдәле сәйәсмән һәм спортсы Мишаның игеҙәгенә портатив колонка бүләк итә.

Экскурсия артабан республиканың баш ҡалаһы буйлап дауам итте. Балалар Салауат Юлаев менән Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлдәрен барып ҡараны.


Иң һоҡландырғаны малайҙарҙың ата-әсәһе дәртле. Малайҙарҙың ҡыҙыҡһыныуҙары көслө. Бөгөнгө осрашыу улар өсөн иҫтәлекле булғандыр тип ышанам.

Рима Баталова, Дәүләт Думаһы депутаты, «Милләт йәшлеге» төбәк йәмәғәт фонды етәксеһе

Спортҡа балаларҙың һөйөүе көслө. Бәләбәй малайҙары теләк шыршыһы аша спорттың мөмкинлектәре менән танышһа, Яңауыл коррекция мәктәп-интернаты менән Ҡалтасы районы реабилитация үҙәге тәрбиәләнеүселәре спорт ҡоролмалары алып ҡыуанды. Хыялдар ысынлап та торомошҡа аша.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ