Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү: ауылдарҙа яңы мөмкинлектәр


«Һанлы тигеҙһеҙлекте юҡ итеү» проекты буйынса быйыл Башҡортостанда 86 ауылда мобиль бәйләнеш база станцияһы урынлаштырыу ҡаралған. Тораҡ пункттар республика халҡының тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса һайлап алынған. Оператив кәңәшмә барышында электромобилдәр өсөн заряд станциялар төҙөлөшө, ауылдарҙы, баҡсасылар ширҡәттәрен газ менән тәьминәт мәсьәләләре лә ҡаралды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә

Оператив кәңәшмәлә федераль һәм төбәк әһәмиәттәге юлдарҙы элемтә хеҙмәттәре менән тәьминәт мәсьәләһе ҡаралды. Былтыр «Өфө-Ырымбур» трассаһында 2 вышка төҙөлһә, быйыл тағы ла дүртәү ҡуйыла. Шулай уҡ М-7 һәм М-12 магистралдәрендә дөйөм алғанда 33 база станцияһы төҙөлөшө планлаштырылған. Башҡортостанда «Һанлы тигеҙһеҙлекте юҡ итеү» буйынса проект та уңышлы тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, бәләкәй тораҡ пункттарҙа ла мобиль элемтә бәйләнеш өсөн шарттар булдырыла.

2023 йылдан алып Башҡортостан электромобилдәр өсөн заряд инфраструктураһын үҫтереү буйынса федераль пилот проектта ҡатнаша. Төҙөлөшкә субсидия ла ҡаралған. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса республика бер йыл эсендә сафҡа индерелгән тиҙ заряд станциялар һаны буйынса Волга буйы Федераль округында беренсе урын яулаһа, ил кимәлендә икенсе булды.

Газ менән тәьминәт һәм газификацияны үҫтереү программаһына ярашлы, ҡасаба-ара һәм ҡасаба эсендәге ике мең саҡымдан ашыу газ үткәргес төҙөлөшө планлаштырылған, 181 ауылға зәңгәр яғыулыҡ киләсәк. Дөйөм инвестициялар күләме яҡынса 27 млрд һумға баһалана. Баҡсасылар ширҡәттәре лә иғтибар үҙәгендә. Инвентарь хисап үткәреү һөҙөмтәләре буйынса , егерме районда урынлашҡан 423 ширҡәткә газ үткәреү мөмкинлеге билдәләнгән.

Оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан башлығы Баймаҡ районына ойошторолған эш сәфәренә йомғаҡ та яһаны. Урғаҙа ауылы халҡын оҙаҡ йылдар борсоған мәсьәлә ниһайәт үтәлеп, тантаналы шарттарҙа яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды.

Оператив кәңәшмәлә 2024 йылда иғлан ителгән Ғаилә йылына ла йомғаҡ яһалды. Ғаилә сәйәсәтен үҫтереү буйынса һөҙөмтәле эштәр барланды . Айырыуса күп балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү - өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе, улар өсөн берҙәм хоҡуҡи статус һәм төп социаль гарантиялар барлыҡҡа килде.

Гөлназ Хәйбуллина

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ