Өфө-Минск маршруты буйынса аҙнаһына икенсе тура авиарейс асыу планлаштырыла


3 марттан Өфө-Минск маршруты буйынса аҙнаһына икенсе тура авиарейс асыу планлаштырыла. Был хаҡта республика премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.

Уҙған аҙнала Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһының Беларусь Республикаһына сәфәре барышында тура авиабәйләнеште үҫтереү тураһында килешеүҙәр төҙөлдө. Яңы тура авиарейсты асыу «Башҡорт-Беларусь оҙон ғүмерлелеге» проектын артабан үҫтереүгә булышлыҡ итергә тейеш, уның сиктәрендә ике йыл эсендә республикабыҙҙан өлкән йәштәге 3 меңгә яҡын кеше сит илгә барып ҡайтты. Беларусь Республикаһы - Башҡортостандың төп тышҡы иҡтисади ғына партнеры түгел. Сөнки мәҙәниәт, гуманитар, социаль өлкәләрҙә лә төрлө яҡлы хеҙмәттәшлек үҫешкән.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ