Был хаҡта Радий Хәбиров Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярев менән осрашҡанда һөйләне. Төбәктә уларҙың иҫәбе 13 меңдән аша.
Былтыр ғына Өфөлә Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге, ишкәкле слалом комплексы эшләй башланы. Нефтекамала бассейнлы «Амфибия» күп функциялы спорт үҙәге асылды. Әлеге ваҡытта тағы ла 16 ҙур объект өҫтөндә эш бара. Улар - Мәләүездәге «Спартак» һәм Күмертауҙағы «Шахтер» стадиондары. Бынан тыш, өс йыл инде республикала спорт инфраструктураһын капиталь ремонтлау программаһы тормошҡа ашырыла. Ошо маҡсатҡа бөтәһе 314 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән һәм 30 объект тәртипкә килтерелгән. Бындай тыш, апрелдә Якутов паркында бокс прогрессы үҙәге һәм Теннис академияһы төҙөлә башлай. Киләсәктә шулай уҡ федераль ярҙам менән Өфөлә еңел атлетика манежы менән олимпия резервы училищеһы барлыҡҡа киләсәк.
Республикала спорт уҡытыусыларына ярҙам итеүгә лә ҙур иғтибар бүленә. Радий Хәбиров башланғысы менән төбәктә «Ауыл тренеры» программаһы эшләй. Уның ярҙамында остаздар 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр ала. Әйткәндәй, был программа башҡа субъекттарҙа ла танылыу алды. Сөнки быйылдан ул Рәсәй күләмендә ғәмәлгә ашырыла башланы. Шулай итеп физкультура өлкәһендәге белгестәр ауыл ерендә йәш һәләттәрҙе асыҡларға һәм сәләмәт тормошто пропагандалап, урындағы халыҡтың һаулығын һаҡларға тейеш.



