Полиция хеҙмәткәрҙәре Өфөлә ҡиммәтле автомобиль көҙгөләрен урлауҙа ғәйепләнеүселәрҙе ҡулға алды


Улар Свердловск өлкәһенән ике кеше булып сыҡҡан. Йәштәр баш ҡалаға еңел аҡса эшләү өсөн килгән. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бер нисә көн элек Совет районында йәшәүселәрҙән транспорт сараларының көҙгөләрен урлау тураһында бер юлы биш мөрәжәғәт килә. Бөтә енәйәттәр ҙә бер төндә ҡылына. Дөйөм матди зыян миллион һумдан ашып китә. Полиция хеҙмәткәрҙәре, видеокүҙәтеү камераларынан яҙмаларҙы тикшереп, ғәйепләнеүселәрҙе асыҡлай һәм ҡулға ала. «Урлау» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ