Балаларҙа ҡунаҡта. Өфөнөң 308-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре махсус хәрби операция биләмәһенән ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир менән осрашты. Ватан һаҡсыһы менән үткән илһөйәрлек кисәһе хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Малай - ҡыҙҙар осрашыуға бик етди әҙерләнгән. Төркөмдәр тәрбиәселәре менән бергәләп яугирҙарға йылы йөкмәткеле хаттар яҙған. Уларҙы 19 февралдә «Каптер» ҡушаматлы яугир биштәрендә алғы һыҙыҡҡа алып барасаҡ.
Балалар илһөйәрлек, дуҫлыҡ тураһында йырланы, дәртле бейеүҙәр башҡарҙы. Яугир кескәйҙәрҙең ихлас, ысын дуҫлыҡҡа тоғро булып, тамырҙарын, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе өйрәнеүенә, сағыу тамаша әҙерләүҙәренә ысын күңелдән ҡыуанды.
Малай - ҡыҙҙар яугирға ялан шарттарында йәшәү, туҡланыу һәм гигиена шарттары хаҡында һорауҙар бирҙе .Ватан һаҡсыһы илебеҙ балалары атыу һәм шартлау тауышын ишетмәһен, тыныс тормошта йәшәһен өсөн ҡулына ҡорал алыуы хаҡында бәйән итте.
Осрашыу бәләкәстәргә лә бик оҡшаған. Егеттәр киләсәктә «Каптер» ҡушаматлы яугир кеүек батыр, ҡыйыу булырға теләй.
Осрашыу һуңында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы командирға йылы теләктәр әйтелде. Яугир яуап һүҙендә хәрбиҙәргә даими гуманитар ярҙам өсөн республика Башлығы Радий Хәбировҡа, ә балаларҙың ата-әсәләренә яҡындарына адреслы посылкалар,йылы хаттар ебәргәне өсөн рәхмәтен еткерҙе, илебеҙ дошмандарын тар-мар итеп Еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ , тине.
Гүзәл Борханова



