Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишева исемендәге район әҙәби премияһы тапшырылды. Матур йолаға әүерелгән тантана быйыл 26-сы тапҡыр уҙғарылды.
Тантана әҙибәнең тыуған ауылында үтте. Сарала ҡатнашыусылар Зәйнәп Биишеваның һәйкәленә сәскә һалды, әҙибәнең йорт-музейында ойошторолған кисәлә ҡатнашты. Музейҙағы экспонаттар менән танышты, хәтер китабына теләктәрен яҙҙы. Зәйнәб Биишева исемендәге район әҙәби премияһы 1999 йылдан тапшырылып килә. Ул халыҡ яҙыусыһының исемен мәңгеләштереүгә, уның ижади мираҫын пропагандалауға һәм популярлаштырыуға ҙур өлөш индергән шәхестәргә әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн бирелә. Быйыл мәртәбәле премия лауреаттары исемлеге тағы ла 3 кешегә тулыланды. Улар араһында педагогик хеҙмәт ветераны, биш шиғри йыйынтыҡ авторы Гөлкәй Исмәғилева ла бар. Уға премия мәғариф өлкәһендәге фиҙаҡәр хеҙмәте, башҡорт әҙәбиәте, Зәйнәб Биишеваның ижадын пропагандалауға һәм яҡтыртыуға тос өлөш индергәне һәм яҙыусының ижади ҡомартҡыларын популярлаштырғаны өсөн тапшырылды.
Быйылғы лауреаттар исемлегендә шулай уҡ яҙыусы, прозаик һәм журналист Марс Йәһүҙин, әҙибәнең исемен йөрөткән Мораҡ балалар ижады үҙәге директоры Сөмбөл Хафизова ла бар. Сөмбөл Йәркәй ҡыҙына премия Зәйнәб Биишеваның ижади ҡомартҡыларын пропагандалауға тос өлөш индергәне һәм баҫтырып сығарған китаптары өсөн тапшырылды.



