Стәрлетамаҡ районы Яңы Барятин ауылында һыу каналы төҙөкләндерелә


Яҙғы ташҡын ваҡытында биләмәне һыу баҫыу мәсьәләһе ауыл халҡын оҙаҡ йылдар борсоған. Был айырыуса Яңы Яр урамында йәшәүселәр өсөн баш бәләһенә әйләнгән. Проблеманы хәл итеүҙе һорап ауыл халҡы Башҡортостан башлығына тура бәйләнеш ваҡытында мөрәжәғәт итте. Уҙған аҙнала Яңы Барятин ауылында һыу каналы төҙөкләндерелә башланы. Эшселәр 1200 метр тәрәнлектә соҡор ҡаҙып, дренаж эшләй. Төҙөкләндереүҙән һуң яҙғы ташҡын һыуҙары ауыл ихаталарына зыян килтермәй күл буйына ағасаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ