Кире алғы һыҙыҡҡа. Сираттағы бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы, ғәҙәттәгесә, «Өфө-арена» спорт һарайы алдындағы майҙанда уҙҙы.
Яугирҙарҙы Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында хәрби бурыс үтәү урынына тиклем тәүлектән ашыу юл көтә. Автобусты Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм полиция хеҙмәткәрҙәре оҙатып барасаҡ. Хәрбиҙәрҙе оҙатыу сараһында Ирек Сәғитов ҡатнашты. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары ил һаҡсыларының иҫән-һау хеҙмәт итеүен теләне, республика үҙ сиратында яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтәсәген белдерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фронтҡа мобилизация буйынса саҡырылыусылар ике йыл ярымдан ашыу махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәй. Ошо арала 5-6-сы тапҡыр отпускыға ҡайтыусылар бар. Ҡыҫҡа ял ике аҙна тәшкил итә. Кире яуға уларҙы туғандары, яҡындары һәм дуҫтары оҙатты. Оҙатыусылар һалдаттарға посылкалар ҙа әҙерләгәйне.



