Бөгөн Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының юридик факультетын тамамлаған 70 белгескә диплом тапшырылды.
Уҡыу йорто республиканың дәүләт һәм идара итеү системаһына кадрҙар әҙерләү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып бара. «Юриспруденция» буйынса белем алыусылар ҡыҫҡартылған программа буйынса уҡыған. Әммә академия уҡытыусылары әйтеүенсә, был сифатҡа йоғонто яһамай. Лекциялар, практик дәрестәр тулы кимәлдә бирелгән. Уҡыу йорто киләсәктә юриспруденция буйынса магистратура асырға ла ниәтләй. Сөнки әлеге ваҡытта төрлө тармаҡтарҙа ла юристарға ихтыяж артыуы күҙәтелә.
Студенттар араһында тәүге юғары белем алыусылар, бер уҡыу йортон тамамлағандан һуң килеүселәр ҙә бар. Улар әйтеүенсә, юриспруденцияны үҙләштереү, ҡануниәтте белеү ниндәй өлкәлә эшләһәң дә ҡамасауламай. Бөрйәндән Нурсилә Әхмәтшина хакимиәттең опека һәм попечиттелек бүлегендә эшләй. Юрист һөнәре бала саҡ хыялым, ти дипломын ҡулына алған йәш белгес.



