Башҡорт аҫалы балаҫы Рәсәй патентты төбәк брендтары реестрына инде


Төбәктең яңы брендын теркәү тураһында Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова хәбәр итте. Бөгөн Рәсәйҙә 369 төбәк бренды теркәлгән. Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко ҡушыуы буйынса 2018 йылдан алып комитет тарафынан брендтарҙы асыҡлау һәм теркәү буйынса эш алып барыла. Был өлкәлә Краснодар крайы, Адыгей, Марий Эл, Ставрополь, Башҡортостан һәм Ырымбур өлкәһе алдығылар иҫәбендә. Әммә 16 субъект бер брендты ла теркәмәгән. Рәсәй парламентының юғары палатаһы рәйесе йыл аҙағында йомғаҡ яһаласағын билдәләне һәм сенаторҙарға төбәк брендтарын әүҙемерәк теркәүҙәрен һорап мөрәжәғәт итте.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ