«Йәншишмә» Башҡортостан балалар һәм үҫмерҙәр гәзите бөгөн үҙенең 95 йыллығын билдәләй


Киләсәк һинән башлана. Тап ошо девизға тоғролоҡ һаҡлаған «Йәншишмә» Башҡортостан балалар һәм үҫмерҙәр гәзите бөгөн үҙенең 95 йыллығын билдәләй. «Йәш төҙөүсе», артабан «Башҡортостан пионеры» һәм бөгөн «Йәншишмә» исеме аҫтында нәшер ителгән баҫманың үҫеп килгән быуында дуҫлыҡ, берҙәмлек, илһөйәрлек тойғолары, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә роле баһалап бөткөһөҙ. Ул һәр ваҡыттағыса республиканың яратып уҡылған ваҡытлы матбуғат исемлегендә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Лилиә Фазлетдинованың «Йәншишмә» гәзите редакцияһында эшләүенә ни бары ике йыл. Ә ваҡытлы матбуғат менән бала саҡтан дуҫ. Ул да «Йәш хәбәрсе» тигән маҡтаулы исем йөрөткән. Тик мәктәптән һуң, уҡытыусы һөнәрен үҙләштереп оҙаҡ йылдар балаларға белем биргән.

Әгәр Лилиә Раил ҡыҙы 295-се һан аҫтында «Йәш хәбәрсе» танытмаһын алһа, бөгөн улар 452-гә еткән. Былтыр ғына мәҫәлән, 8 уҡыусы ошондай уҡ маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Балаларҙың башланғысында торған баҫма, ғөмүмән, күптәргә ҡанат ҡуйған. Теүәл 95 йыл элек ойошторолған «Йәншишмә» гәзите бөгөн дә үҙ бурысына тоғро ҡала.

Балалар һәм үҫмерҙәр республика гәзите йәш быуында илгә һәм телгә, тарихҡа, мәҙәниәткә һөйөү һәм ихтирам тәрбиәләй, эш һөйөргә өндәй. Шуға ла 95 йыллыҡ юбилей ул тотош баҫма төрлө быуын баҫма уҡыусыларының уртаҡ байрамы. Ижади коллектив 19 февралдә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапханаһында осрашыуға көтөп ҡала.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ