Башҡортостанда алты йылда "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына 33 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Сумманың ҙур өлөшө федераль ҡаҙнанан бүленгән. 2019 йылдан башлап 23 объект төҙөлгән, 99 бинала капиталь ремонт эшләнгән. Шулай уҡ медицина ҡорамалдары, махсус машиналар алынған. Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү буйынса эш алып барыла. Был турала премьер-министр Андрей Назаров уҙғарған кәңәшмәлә белдерелде.




