Был турала республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән ведомство-ара комиссия ултырышында билдәләнде. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр төбәктә 2956 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа өс мең ярымдан ащыу кеше зыян күргән. 2023 йыл менән сағыштырғанда, был күрһәткестәр яҡынса 18 процентҡа түбән. Әйтәйек, 2018 йылды алғанда, 549 кеше һәләк булһа, былтыр 397 ғүмер өҙөлгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,, 2020 йылда Радий Хәбиров төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министрлығына ыңғай һөҙөмтәләргә ирешеү бурысын ҡуйғайны. Транспорт сараларының бәрелешеүе, йәйәүлеләрҙең автомобиль аҫтында ҡалыуы аварияларҙың төп сәбәптәре булып ҡала. Юл-транспорт ваҡиғаларының 85 процентында водителдәр ғәйепле тип танылған.
Республикала балаларҙың йәрәхәтләнеү осраҡтарын иҫкәртеү буйынса 13 зональ ресурс үҙәк эшләй. Белгестәр методик пособиелар, шул иҫәптән юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса программалар әҙерләй. Былтыр ғына төбәк мәктәптәрендә уҡыусыларға 700-ән ашыу профилактик сара уҙғарылған. Был эш урта махсус уҡыу йорттарында ла, ата-әсәләр менән дә ойошторолған. Аңлатыу саралары быйыл да дауам итә.




