Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары


«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондында 4 хәрби Шайморатов миҙалы, уҙған йылдарҙа «Вагнер» төркөмөндә хеҙмәт иткән яугирға хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыу таныҡлығы тапшырылды. Алғы һыҙыҡта ҡаты яраланып зыян күргән Радик Йосопов фонд ярҙамында ҡул менән йөрөтөлә торған автомобиль асҡысын алды.

«Ватанды һаҡлаусылар» фондында яугирҙарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына төрлө яҡлы ярҙам күрһәтелә. Егеттәргә реабилитация сараларын үтеү, инвалидтарға торлаҡ йорттарҙы яраҡлаштырыу, ҡул менән йөрөтөлә торған автомобиль алыу, эшкә урынлаштырыу кеүек күп яҡлы йүнәлештә эш алып барыла. Ветеран таныҡлығы Рәсәйҙә ҡаралған социаль ярҙам сараларының бөтә төрҙәре менән файҙаланыу мөмкинлеген бирә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ