Әбйәлил районының Йәнгел ауылы «Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы»нда ҡатнаша


Был проектта йыл һайын ҡатнашҡан ауыл биләмәһе быға тиклем Атауҙыла һыу башняһын, Таштуйҙа балалар баҡсаһын төҙөүгә, Йәнгел ауылы урамдарына ут үткәрергә, ташҡындан һуң зыян күргән быуаны төҙөкләнлереүгә өлгәшә.

Быйыл улар «Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы»нда Йәнегел ауылы мәктәбенең тәҙрәләрен алмаштырмаҡсы. 1965 йылда сафҡа ингән белем усағында әлеге көндә 310 уҡыусы белем ала. Балалар Таштуй, Әүнәш, Борисовка, Атауҙы һәм Первомайский ауылынан йөрөп уҡый. Иҫке ағас тәҙрәләрҙе яңыһына алмаштырыу - көнүҙәк мәсьәлә. Ике ҡатлы бинала 70-тән ашыу тәҙрә иҫәпләнә, уларҙың яртыһын ошо программа буйынса яңыртыу күҙаллана. Проектта урындағы халыҡ та, бағыусылар ҙа аҡсалата ярҙам күрһәтергә әҙер.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ