Егеттәр «Защитник» үҙәгендә «берҙәм тәҙрә» ысулы буйынса медицина тикшереүе үтә, банк картаһы аса һәм документтарҙы туплап алғы һыҙыҡҡа юллана ала. Үҙәктә анализ тапшырыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн тейешле шарттар тыуҙырылған. Өс тапҡыр туҡланыу, йәшәү бүлмәләре ҡаралған. Бөтә хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә. Хәрби контракт төҙөүсегә үҙе менән документ һәм юлға сығыу өсөн кәрәк-яраҡ алырға ғына кәрәк. Килешеү теркәлгәс тә яугирҙар алғы һыҙыҡҡа юллана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда яңы йылдан бер тапҡыр бирелә торған аҡса күләме 2 миллион һумға тиклем арттырылды. Өфөнән контрактсылар өсөн түләү 700 мең һумғаса еткерелде.



