Баш ҡаланан бер төркөм яугирҙар йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланды


Яңы көс менән еңеү артынан. Бөгөн «Өфө-Арена» комплексы эргәһендәге майҙандан бер төркөм яугирҙар йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланды. Ҡайһы бер хәрбиҙәр өсөн был алтынсы отпуск. Махсус хәрби операция бурыстарын үтәгән яҡташтарыбыҙҙы ғаиләләре, дуҫтары оҙатты. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов билдәләүенсә, хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә күп яҡлы ярҙам күрһәтелә. Гуманитар ылау туплауҙа тотош республика халҡы ҡатнаша.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ