Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Ғәниевтар ғаиләһе яугирҙарға ярҙам әҙерләй


Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәрҙе яҡташтары ярҙамдан өҙмәй. Балаларҙан алып оло йәштәгеләргә тиклем күңел ҡушыуы буйынса үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Шундайҙарҙың береһе Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Ғәниевтар ғаиләһе.

Лилиә һәм Ғилман Ғәниевтар илдә махсус хәрби операция башланғас та ирекмәндәр рәтенә ҡушыла. Иң беренсе улар райондан яугирҙәргә күсмә мунса барасағын ишеткәс ҡайын миндектәре бәйләй, көнкүреш әйберҙәре, йылы кейемдәр оҙата. Яҡташ егеттәребеҙгә әҙерләнгән һәр гуманитар ылауға улар үҙ өлөшөн индерә.

Әнисә Әминева ла күршеләре Ғәниевтарҙың изге эшенә ҡушыла. Бергәләп башҡарған эш тиҙ ҙә, күңелле лә ти улар. Был юлы улар окоп шәмдәре әҙерләй. Парафин менән райондың ирекмәндәр төркөмө тәьмин иткән.

Ғилман Ғәйнулла улы окоп шәмдәренә ҡушып үҙ ҡулдары менән эшләгән ике ҡурайҙы ла махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатасаҡ. Ә Лилиә ханым үҙәк биләмә‐ара китапханаһы янында эшләп килгән “Йылы осрашыуҙар” клубында шөғөлләнеүселәр менән бәйләгән йылы ойоҡбаштар ил һағында йөрөүсе яугирҙәрҙең аяҡтарын ғына түгел, күңелдәрен дә йылытасаҡ.

Раушания Рәхимова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ