Ауыл ерендә тракторһыҙ бер нисек тә йәшәп булмай. Сөнки транспорт сараһы күп кенә көнүҙәк проблемаларҙы хәл итә ала. Шуға ла Әбйәлил районы Хәлил ауылы халҡы быйыл «Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы»нда ҡатнашып, тәгәрмәсле трактор һатып алырға булған.
Хәлил ауыл биләмәһе был проектта 2014 йылдан ҡатнаша. Ошо ваҡыт эсендә урамдар тәртипкә килтерелә, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыла, клубҡа капиталь ремонт яһала, мәктәп тәҙрәләре яңыртыла, зыяраттар кәртәләнә. Һуңғы йылдарҙа өлөшләтә коммуналь ойошмаларҙың хеҙмәтенән баш тартҡандан һуң транспорт мәсьәләһе көнүҙәккә әйләнә. Ҡышҡы миҙгелдә айырыуса урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу менән ҡыйынлыҡ килеп тыуа. Шуға ла хәлилдәр быйыл «Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы» ярҙамында тәгәрмәсле экскаватор алырға ҡарар иткән.



