Өфөләге автомәктәптә йылына физик мөмкинлеге сикләнгән 10-15 кеше уҡыу үтә


Учреждение махсус йыһазландырылған ике автомобиль менән тәьмин ителгән. Ҡул менән идара итеү системаһы булған транспорт сараһы хәҙер Стәрлетамаҡтағы уҡыу-курс пунктына ла һатып алынған. Предприятие етәкселеге билдәләүенсә, мөмкинлеге сикләнгән граждандар араһында автомобиль йөрөтөргә өйрәнергә теләүселәр күп, шуға махсус транспортҡа ихтыяж юғары.

Өфөләге автомәктәпкә килгәндә, мөмкинлеге сикләнгән кешеләр менән махсус әҙерлек үткән инструкторҙар эшләй. Курс тыңлаусылары яңы транспорт сараһының идара итеүҙә еңел булыуын билдәләй.


Автомобилгә идара иткәндә барлыҡ көс ҡулдарға төшә, әммә быға бик тиҙ өйрәнәһең. Инструктор менән алтынсы дәрес үтте, тәүгеһе менән сағыштырғанда, үҙемде күпкә ышаныслыраҡ тоям.

Ирина Вахнина, Өфөлә йәшәүсе


Автомобиль имтихан уҙғарыу өсөн дә махсус йыһазландырылған, видеокүҙәтеү камералары ҡуйылған. Тормозға баҫһаң да, махсус сигнал яңғырай. Мөмкинлеге сикләнгән кешеләр менән ун өсөнсө йыл эшләйем, йөҙгә яҡын кеше уҡытып сығарҙым. Йылдан-йыл транспорт саралары камиллаша, шуға уларҙы даими яңыртып торорға кәрәк.

Сергей Веселов, автомәктәптең производство мастеры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ