Волга буйы федераль округында беренсе һәм Рәсәйҙә икенсе. Тиҙ электр зараядкалау станциялары һаны буйынса Башҡортостан былтыр алдынғы позицияларҙы биләне. Быйыл электр транспорты өсөн инфраструктураны үҫтереү буйынса эш дауам итәсәк. Республикала тағы 50 яңы ҡоролма барлыҡҡа килергә тейеш.
Электр станцияһы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә автомобилде зарядкаларға мөмкинлек бирә. Һүҙ, әлбиттә, ғәҙәти бензин заправкаһындағы кеүек ҡыҫҡа ваҡыт тураһында бармай, әммә ярты сәғәт эсендә кәрәкле күләмдә заряд йыйырға мөмкин. Билдәле булыуынса, 2023 йылдан республика электромобилдәр өсөн заряд инфраструктураһын үҫтереү буйынса федераль пилот проектында ҡатнаша. Ул «Энергетиканы үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Былтыр республикала сәғәтенә 150 киловатт ҡеүәтле тиҙ электр заправкалары әүҙем индерелә башланы. Барлығы ошондай 70 станция булдырылған, уларҙың 38-е баш ҡалала. Федераль проектта ҡатнашырға теләк белдергән инвесторҙарға ҙур күләмдә субсидия бирелеүе эште тағы ла әүҙемләштерә. Бөгөн Рәсәйҙә ошондай станциялар етештереүсе 8 предприятиеның береһе Өфөлә урынлашҡан.



