Былтыр ҡасаба-ара Урғаҙа-Янғаҙы-Ишмөхәмәт газ үткәргес торбаһы файҙаланыуға тапшырылһа, йыл аҙағына тиклем «Башҡортостанды газ менән тәьмин итеү һәм газификациялау» программаһына ярашлы тағы ла бер нисә йүнәлеш буйынса эш тамамланған. Һөҙөмтәлә Үрге Иҙрис, Ишмөхәмәт һәм Ишбирҙе ауылдары зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Үрге Иҙрис ауылынан Данияровтар йортона зәңгәр яғыулыҡ килеүенә ни бары ике ай. Хәҙер уларға утын яғырға түгел, был артыҡ сығымдарҙы ла кәметә. Плитәлә аш бешереүҙең дә үҙ уңайлыҡтары.
Бығаса мейескә яғылған ағас иһә бөгөн тик файҙалы шөғөлгә генә тотонола. Ғаилә башлығы Һатыбал Рәсүл улы һырлап өҫтәл-ултырғыстар эшләй. Оҫтаханаһына хатта мейес тә сығарып алған. Шуға эш тә ырамлы бара. Ярты көн эсендә ошондай бер ултырғыс әҙер.
2024 йылда Баймаҡ районының өс ауылына газ үтә. Был яңылыҡты халыҡ ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алған. Әле лә улар тейешле документтарҙы барлап, кемуҙарҙан тигәндәй йорттарын зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтыра.
Зәңгәр яғыулыҡ йортҡа тиклем бушлай үткәрелә. Ә ихаталағы эштәрҙе, шул иҫәптән газ селтәрен һуҙыу кәрәкле ҡорамалдар ҡуйыу кеүек мәшәҡәттәр өй хужаһының үҙ иҫәбенә башҡарыла. Республиканан программаһына ярашлы, күп балалы ғаиләләргә сертификат та ҡаралған.
Муллаҡай ауылынан өс бала тәрбиәләгән Әлибаевтар республика программаһы буйынса 100 мең һумлыҡ сертификат ала. Дәүләт ярҙамы сығымдарҙың күпмелер өлөшөн ҡаплай.
Зәңгәр яғыулыҡ ауылдарға республика адреслы инвестиция программаһы ярҙамында үткәрелә. Проект сиктәрендә төбәктең 85 ҡасаба-ара һәм 181 ҡасабаһында газ торбалары һуҙыу ҡаралған. Барлыҡ саралар Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың шәхсән күҙәтеүендә алып барыла.
Азат Ғәлиуллин



