Күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовҡа исемле почта конверты


Күренекле башҡорт яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Яныбай Хамматовҡа исемле почта конверты. Бынан ары почта бүлексәләрендә яҙыусының портреты төшкән конвертта хат-сәләм ебәрергә мөмкин.

Республика Милли китапханаһында башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы баҫтырылған почта конвертының исем туйы уҙҙы.

Федераль почта элемтәһе идаралығы, Башҡортостан яҙыусылар союзы, әҙиптең ейәнсәре Алһыу Хамматова ҡатнашлығында почта штемпелен баҫыу тантанаһы ла ойошторолдо. Рәсәй почтаһында Яныбай Хамматов һүрәтләнгән бөтәһе 50 000 конверт сығарыу планлаштырыла.

Яныбай Хамматов ике тиҫтәнән ашыу роман авторы. Яҙыусы үҙе иҫән сағында уҡ башҡорт әҙәбиәте классигына әүерелгән.Уның шәхестәребеҙгә арналған һәм мөһим тарихи ваҡиғаларҙы сағылдырған әҫәрҙәре бөтә союзға һәм төрки халыҡтар йәшәгән илдәрҙә танылыу яулай. Ҡәләм оҫтаһының йөҙ йыллығына бағышлап сығарылған исемле конверт билдәле шәхескә хөрмәт билдәһе булып, Рәсәй кимәлендә мәҙәни һәм әҙәби бәйләнештәрҙе көсәйтергә булышлыҡ итер тип күҙаллана.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ