Өфөлә рәссам Роман Сәйфуллиндың күргәҙмәһе асылды


Донъя ижадсылары. Ошондай исем аҫтында Өфөлә рәссам Роман Сәйфуллиндың күргәҙмәһе асылды. Картиналар менән Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге китапхананың 2-се корпусында танышырға мөмкин.

Роман Сәйфуллин үҙенсәлекле ҡарашлы ижадсы, ул линогравюра техникаһында, аҡлы-ҡаралы төҫтәр менән ижад итә. Картиналары Ватанға һөйөү тәрбиәләүгә, тарихи шәхестәр менән таныштырыуға бағышланған. Күргәҙмәгә авторҙың ике тиҫтәнән ашыу ижад емеше ҡуйылған. Улар араһында Лев Толстойҙы, Махатма Гандины, изге Матронаны һәм башҡа картиналарҙы күрергә мөмкин. Роман Сәйфуллин үҙенең эштәренең кеҫәгә һыймалы күсермәләрен алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға, госпиталдәргә һәм дауаханаларға ла ебәрә. Рәссам ижад менән шөғөлләнеүҙән тыш. Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназияһында дәрестәр алып бара.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ