Документҡа ярашлы, быйыл вожатыйҙарҙы әҙерләүҙең берҙәм системаһы булдырыла, тәрбиә эшенең федераль программаһы раҫлана. “Рәсәй” вожатыйҙар отряды семинарҙары һәм фестивалендә , ялды ойоштороусылар форумында белгестәр тәжрибәләре менән уртаҡлаша. Тематик йылдың саралар планында “Артек, “Орлёнок”, Смена” балалар үҙәктәренең юбилей тантаналары бар. Балалар ялы йылында лагерҙарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған тематик көндәр, совет халҡының геноциды иҫтәлегенә “Ваҡиғалар һәм быуындар калейдоскобы” фотомарафоны ойошторола.




