Республикала былтыр 160 мең кеше ГТО нормативтарын тапшырған

Республикала былтыр 160 мең кеше ГТО нормативтарын тапшырған.  “Хеҙмәткә һәм обороноға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексын тормошҡа ашырыу буйынса координация комиссияһы ултырышында ошо турала белдерелде.  “ГТО нормативтарын биргәндә талантлы балалар асыҡлана. Улар буласаҡ чемпиондар, физик яҡтан үҫешкән һәм көслө Ватан һаҡсылары. Беҙ оло йәштәгеләрҙе лә спортҡа йәлеп итәбеҙ”, - тине вице-премьер-Спорт министры Руслан Хабибов. Республикала 6 йәштән ГТО нормативтарын тапшырырға була, 65 тест үткәреү үҙәге эшләй. Быйыл уларҙың матди-техник нигеҙен нығытыу, белгестәрҙең белемен камиллаштырыу ҡарала. Уҡыусылар, ғаилә командалары һәм хеҙмәт коллективтары араһында ҡышҡы һәм йәйге ГТО фестивален ойоштороу планлаштырыла. Унда мөмкинлеге сикле кешеләр ҙә ҡатнаша ала.

Фото №1 - Республикала былтыр 160 мең кеше ГТО нормативтарын тапшырған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ