Хәрби хәрәкәттәр ветераны статусына эйә булған эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре өҫтәмә отпуск алырға хоҡуҡлы. Дәүләт Думаһы депутаттары тәүге уҡыуҙа закон проектын ҡабул итте. Ул хәрби хәрәкәттәр ветерандары – эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренә 15 көнлөк өҫтәмә отпуск биреү мөмкинлеген күҙ уңында тота. Хәрби хәл һәм хәрби конфликт шарттарында хеҙмәт иткән, контртеррористик операцияларҙа ҡатнашҡан һәм хәрби хәрәкәттәр ветераны статусына эйә булған эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре өҫтәмә отпуск алырға хоҡуҡлы, тиелә документта. Әле бындай льгота менән ветеран статусы булған хәрби хеҙмәткәрҙәр файҙалана ала.




