Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, педагогтар һәм студенттар коллективына 900 мең һум аҡса тапшырылған. Был сумма “Тормош импульсы” проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡулланыла. Программа Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғәте менән берлектә булдырылған. Уға ярашлы, физик яҡтан әүҙем булғандар мөмкинлеге сикле замандаштарын тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәтә. Президент гранттары конкурсына илдең 89 төбәгенән 10 мең самаһы ғариза тапшырылған. 1 мең ярым проект еңеү яулаған.




