Халыҡты кредит алырға мәжбүр иткән мутлашыусыларҙан һаҡлау тураһында закон ҡабул ителде


Уның төп яңылығы - уйларға ваҡыт биреү. Йәғни, 50 меңдән 200 мең һумға тиклемге кредит шунда уҡ түгел, ә кәмендә 4 сәғәткә тиклем кисектерелә. 200 мең һумдан ашыу займ тик 48 сәғәттән һуң ғына күсә. Әгәр кредит биреүсе ойошма был шарттарҙы боҙһа, заем алыусы түләүҙәрҙән азат ителә.


Был закон проекты граждандарҙы мутлашыу схемаларынан һаҡлауға йүнәлтелгән, сөнки мутлашыусылар кеше өсөн кредит алыу осраҡтары артты.. Үҙгәрештәр ипотека һәм поручителдәр ҡатнашлығында кредит алыусыларға ҡағылмай. Сөнки уларҙы юллау былай ҙа ҡатмарлы.

Екатерина Самсонова, «Ғәҙел Рәсәй - патриоттар - хәҡиҡәт өсөн» партияһының төбәк бүлексәһе советы рәйесе урынбаҫары

Шулай уҡ мутлашыусыларға аҡса күсереүҙе булдырмаҫ өсөн тағы бер нисә яңылыҡ. Атап әйткәндә, карталарҙы ғәмәлләштереү һәм хеҙмәтләндереүгә сикләүҙәр индерелә. 50 мең һумдан ашыу сумма кредит картаһына мәҫәлән, 48 сәғәт үткәс кенә иҫәпкә күсерелә. Банктар шикле операциялар тураһында мәғлүмәт базаһындағы кешеләргә карта биреүҙән баш тартырға хоҡуҡлы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ