Баймаҡ районы Темәс ауылында «Һаҡлаусы фәрештә» ирекмәндәр штабы филиалы эш башланы


Ирекмәндәр сафы киңәйә. Баймаҡ районы Темәс ауылында «Һаҡлаусы фәрештә» ирекмәндәр штабы филиалы эш башланы. «Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районы ирекмәндәре» автономиялы коммерцияға булмаған ойошма бүлексәһен тантаналы асыуҙа махсус хәрби операция яугиры ла ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Темәс ауыл биләмәһендә ирекмәндәр хәрәкәте әүҙем эшләй. Махсус хәрби операцияға әлегә тиклем уларҙан 3 нива һәм уаз машиналары, антидрон плащтар, квадрокоптер, ике үҙйөрөшлө мунса, окоп шәмдәре, медикаменттар, маскировкалау селтәрҙәре һәм башҡа көнкүреш әйберҙәре оҙатылған.

Быға тиклем һалдаттарға тигән ылау Сәғирә Дәүләтшина, Гүзәл Аслаева, Айгөл Иштәкбаевларҙың йортонда тупланған. Барлыҡ гуманитар ярҙам бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ Темәстән Луганскиға тиклем йөрөгән таксистар аша махсус хәрби операция биләмәһенә барып етеп торған. Штабтың асылыуы ирекмәндәрҙең эшен күпкә еңеләйтәсәк.

Штаб күп функциялы ауыл клубы бинаһында урынлашҡан. Һәм район үҙәгенән алыҫ ауылдар өсөн был бик уңай буласаҡ. Уны асыу тантанаһында махсус хәрби операциянан ваҡытлыса ялға ҡайтҡан «Дан» ҡушаматлы яугир райондаштарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм тыл яғынан хәстәрлектең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Раушания Рәхимова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ