Өфөлә «Китапты һөйөү менән бүләк итегеҙ» тип исемләнгән акцияға старт бирелде


Башҡортостанда Китап бүләк итеү көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан республикала «Китапты һөйөү менән бүләк итегеҙ» тип исемләнгән акцияға старт бирелде. Уны Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте «Ватанды һаҡлаусылар» фондының республикалағы филиалы һәм Матбуғат һәм мәғлүмәт саралары агентлығы менән берлектә ойоштора. Яугирҙарға бүләккә 2022 йылдан алып донъя күргән һәйбәт сифатлы китаптар ҡабул ителә. Йыл һайын Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө донъяның 40-тан ашыу илендә билдәләнә.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн китап бүләк итеү акцияһы 23 февралгә тиклем дауам итә. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондында тупланған китаптар хәрби госпиталдәргә һәм алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан яугирҙарға, уларҙың яҡындарына оҙатыласаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ