Әбйәлил районында иҡтисади үҫеш: яңы эш урындары һәм социаль проекттар


Эре предприятиеларҙың барлыҡҡа килеүе - өҫтәмә эш урындары ғына түгел, социаль-иҡтисади, инфраструктура үҫеше лә. Әбйәлил районында «Цемикс» предприятиеһы уңышлы эшләп килә. Ойошманан килгән килем социаль объекттарҙы төҙөүгә, юлдарҙы ремонтлауға тотонола. Әбйәлил районы «Яҡтыкүл» шифаханаһы менән дә дан тота. Әлеге ваҡытта унда 200-ҙән ашыу кеше ял итә. Бынан тыш, районда ауыл хужалығы тармағы ла иғтибар үҙәгендә. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

11 бассейнға тултырылған 500 кубометр шифалы батҡаҡ бер йылға етә, ти табиптар. Ул йәй һайын яңынан әҙерләнә. Был ял итеүселәргә быға тиклем тотонолмаған батҡаҡ менән дауаланырға мөмкинлек бирә. «Яҡтыкүл» шифаханаһы радон ванналары менән дә йәлеп итә. Учалынан Венера Лоҡманова тормош иптәше менән ял итергә, һаулығын нығытырға өсөнсө тапҡыр килгән.

Күл буйында инфраструктура ла үҫешкән, эргәлә генә тау саңғыһы үҙәге бар. Быйыл шифахананың номерҙар фондын арттырыу өҫтөндә эш алып барыла. Әлеге ваҡытта ике торлаҡ корпустың береһендә ремонт бара. Ҡыш туристик миҙгел тип һаналмаһа ла, бер юлы 250 кешене һыйҙыра алырлыҡ шифахана тулы тиерлек. Күрше төбәктәрҙән, сит илдәрҙән дә ял итеүселәр бар.

Шифахана, ял йорттары, глемпингтар. Әбйәлил районында туризм юғары кимәлдә үҫешкән. Әммә проблемалар ҙа юҡ түгел. Туризм күп эш урындары бирмәй, сөнки туристик ойошмалар башлыса тик йәйге осорҙа эшләй. Бынан тыш, ял базаларының бер өлөшө Силәбе өлкәһе юристарына ҡарай һәм килем район бюджетына түгел, ә икенсе өлкәгә китә. Туристик тармаҡты үҫтереү өсөн инвестициялар талап ителә, бының өсөн райондың иҡтисадын яҡшырта алырлыҡ предприятиелар булыуы шарт.

Әбйәлил районы сәнәғәт тармағының юғары нөктәһе булып - Цемикс предприятиеһы тора. Компанияға 9 миллиард һумдан ашыу инвестиция йәлеп ителгән. Аҡ цемент етештерелгән заводта барыһы ла автоматлаштырылған булһа ла, бөтөнләй кешеһеҙ бер нисек тә булмай. Ойшмала 220 эш урыны булдырылған. Унда башлыса, урындағылар эшләй.

Предприятие урындағы халыҡҡа өҫтәмә эш урындары ғына түгел, район иҡтисады һәм инфраструктурһы үҫеше лә. Йыл һайын «Цемикс» федераль, республика һәм район ҡаҙнаһын тулыландыра. Районда был килем социаль объекттарҙы төҙөүҙә, юлдарҙы ремонтлауҙа ҡулланыла. Мәҫәлән, Йәнгел ауылы мәктәбе предприятие менән килешеү төҙөп, төрлө проекттарҙа «Цемикс»ты бағыусы булараҡ йәлеп итә. Шулай итеп, Мәктәп инициативаһын бюджетлау программаһы буйынса төҙөлгән яңы кабинеттарға предприятие тарафынан аҡсалата ярҙам күрһәтелгән.

Бер ҡыйыҡ аҫтында мәктәп һәм балалар баҡсаһын берләштергән объектты район үҙәгендә йәшәүселәр түҙемһеҙлек менән көтә. Учреждениелар «Демография» милли проекты буйынса төҙөлә.

Ошонда уҡ музыка мәктәбе, хореография, тамашалар һәм ҙур спорт залы төҙөлә. Тышта стадион, баскетбол, волейбол менән шөғөлләнеү урындары булдырыласаҡ. Объект автономлы йылытыу менән тәьмин итеү ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Мәктәп менән балалар баҡсаһы сентябрҙә сафҡа инер тип көтөлә.

Тәүлегенә 150 пациентты ҡабул итә алырлыҡ балалар поликлиникаһы үҙәк район дауаханаһы биләмәһендә төҙөлә. 4 мең квадрат метрҙан ашыу бинаға нигеҙ былтыр апрелдә һалына. Проектҡа бер аҙ үҙгәрештәр индереп, балалар поликлиникаһын беренсе корпус менән тоташтырыу хәл ителгән. Әле төҙөлөш майҙанында тышҡы коммуникацияларҙы, бинаның беренсе ҡатын һалыу эше бара. Социаль объектты йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.

Әбйәлил башлыса ауыл хужалығы районы. Аграр секторҙың төп тармаҡтары: малсылыҡ, үҫемлекселек һәм умартасылыҡ үҫешә. Һуңғы биш йылда тулайым ауыл хужалығы продукцияһы 1,5 тапҡырға артҡан. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бер нисә тапҡыр Урал аръяғының, шул иҫәптән Әбйәлил районының стратегик әһәмиәтен билдәләгәйне. Ҡатмарлы шарттарҙа үҫеш юлында ҡалыу өсөн өҫтәмә эш урындары булдырыу, инвесторҙарҙы йәлеп итеү мөһим. Республика властарының үҫешкә комплекслы ҡарашы һәм инвестиция сәйәсәте арҡаһында Әбйәлил районы ҡеүәте арта барған районға әйләнә аласаҡ.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ