Дипломатик клуб өсөнсө йыл эшләй. Унда студенттар кешелек донъяһын борсоған көнүҙәк мәсьәләләр тураһында фекер алыша. Был юлы улар уйын форматында климат үҙгәреүенә бәйле мәсьәләләрҙе Берләшкән милләттәр ойошмаһы конференцияһы вәкилдәре күҙлегенән хәл итеп ҡараны. Сарала Рәсәй сит ил эштәре министрлығы вәкиллеге етәксеһе, Ҡаҙағстандың һәм Болгарияның Өфөләге почетлы консулы, шулай уҡ Өфө һәм Күмертау ҡалалары уҡыусылары ҡатнашты. Бөгөнгө ултырыш Рәсәйҙең дипломатик хеҙмәткәрҙәре көнөнә арнап уҙғарылды.



