Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләр тормошо» рубрикаһында Ринат Мөхәмәтәйәнов таныштырҙы


Бөгөн - Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 36 йыл. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләр тормошо» рубрикаһының сираттағы сығарылышын Ринат Мөхәмәтәйәновҡа арнаны.

Ринат Мансаф улы Афғанстанда 1985-1987 йылдарҙа БТР водителе булып хеҙмәт итә. Батырлығы өсөн миҙал менән бүләкләнә. Хәрби хеҙмәттән һуң Саҡмағош районына ҡайтып, водитель булып эшләй. 1998 йылда Кушнаренко районына күсеп килә. Махсус хәрби операция башланғас, Ринат Мөхәмәйтәнов ситтә ҡала алмай. Башта район хакимиәтенә һәм хәрби комиссариатҡа яугирҙарҙы фронтҡа оҙатыуҙы ойоштороуҙа ярҙам итә. Ә 2023 йылдың апрелендә үҙ теләге менән контракт төҙөй. Яраланғандан һуң өйөнә ҡайта һәм хәҙер гуманитар йөк йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша. Батырлыҡтары, ҡаһарманлыҡтары һәм рух көсө өсөн бөтә заман яугирҙарыбыҙ алдында баш эйәбеҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ