Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 36 йыллығына бәйле саралар үтте


Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 36 йыллығына бәйле саралар республика район-ҡалаларында ла үтте. Шаран районында яугир-интернационалистар менән бергә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҡаһарман яҡташтарын хөрмәтләп иҫкә алды. Шаран ауылының Йәштәр үҙәге биләмәһендәге Хәрби хәрәкәттәр ҡатнашыусыларына арналған һәйкәлгә сәскәләр һалды. Бөгөн яугир-интернационалистар махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеүселәргә гуманитар ылау ойоштороуҙа ла әүҙемлек күрһәтә. Уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән баһаланды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ