Рәсәй телевидениеһы алып барыусыһы һәм актриса Оксана Федорова Өфөлә «Минең Рәсәйем: музыкаль сәйәхәт» фестивален асты. Федор Шаляпиндың тыуған көнөнә арналған сара өс көн дауам итте.
Федор Шаляпин ҙур сәхнәлә дебют яһаған беренсе фотоһүрәт. Өфө ҡалаһы артистың биографияһында һәм йөрәгендә мәңгелеккә эҙ ҡалдырған. Был образ күренекле опера һәм балет артистарының тиҫтәләгән фотоһүрәте менән бергә «Родина» кинотеатрында урын алды. «Минең Рәсәйем: музыкаль сәйәхәт» фестивале сиктәрендә асылған күргәҙмә Оксана Федорова фонды башланғысы менән ойошторолдо. Был проект илдең 8 ҡалаһын үҙ эсенә ала.
Фестиваль «Шаляпиндың һәм Рахманиновтың Петербургы» документаль фильмынан асылды. Был Оксана Федорованың билдәле рус басының Өфө осоро тураһында төшөргән эшенең дауамы. Фильм авторы билдәләүенсә, был эштә данлыҡлы опера артисының ижадын өйрәнеү менән шөғөлләнгән урындағы белгестәр ярҙам иткән. Сара сиктәрендә сәнғәт эшмәкәрҙәре Федор Шаляпин һәйкәленә сәскә һалды. Фестиваль Петр Чайковскийҙың 185 йыллығына һәм Федор Шаляпиндың тыуған көнөнә арналған хәйриә концерты менән тамамланды.



