Уникаль йыйынтыҡта баш ҡалала йәшәгән 215 төрлө ҡош тураһында мәғлүмәт тупланған. Орнитологтар тикшереү, ҡоштар иҫәбен алыу, мәғлүмәтте яңыртыу өҫтөндө 8 йыл эш алып барған. «Ҡоштар атласы» әле бер генә нөхсәлә баҫтырылған, әммә ирекмәндәр аҡса йыйып уны 100 дана итеп баҫтырырға ниәтләй. Ҡанатлы дуҫтар тураһында йыйынтыҡ Өфө китапханаларына һәм ҡоштарҙы яратыусы ирекмәндәргә оҙатыласаҡ.



