Хәрби бәрелештәр алып барыу шарттары, технологиялар нисек кенә үҙгәрмәһен яуҙа алған тәжрибә алыштырғыһыҙ ҡала. Афған һуғышында интернационал бурысын үтәүселәр бөгөн дә сафта һәм уларҙың туғандарса яурыны махсус хәрби операция яугирҙарына ныҡлы терәк булып тора. Шуравиҙар өсөн һуғыш 36 йыл элек тамамланыуға ҡарамаҫтан, әле лә улар Ватаныбыҙ тыныслығын яҡлап көрәшә. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Афған ветерандары менән БЮТ хәбәрсеһе Айнур Кәбиров острашты.
«Баграм» ҡушаматлы яугир иртә таңдан ҡунаҡтар көтә. Бөгөн уның блиндажына бачалар йыйыла. Күптән инде туғанлашып бөтөүҙәренә ҡарамаҫтан, яугир интернационалистар һәр саҡ тәү тапҡыр осрашҡандай бер- береһен йылы ҡаршылай.
Табында үҙ умарталығынан йыйылған бал, ә кишмишовка урынына Башҡортостандан килтерелгән үлән сәйе. Өҫтәл артында йәшлек хәтирәләре, яуҙа башын һалған дуҫтарҙы иҫкә алыу. Афған һуғышында булған һәр көн әлегеләй хәтерҙә, ти «Баграм».
Фотолағы йәш кенә егеттәр хәҙер сал сәсле ветерандар. Ләкин яугир-интернационалистар әле лә сафта. Хәрби бәрелеш шарттары, технологиялар үҙгәрһә лә, уларҙың маҡсаты бер.
Афған һуғышын үткәндәр әле лә бер йоҙроҡтай хәрби подразделениеның терәге. Элекке шуравиҙар, хәҙерге москальдар. Шулай уҡ бер дәүләт әләме аҫтында төрлө милләт вәкилдәре бер туғандай булып дошманға ҡаршы тора.
Өс тиҫтә йылдан ашыу элек алынған хәрби тәжрибә бөгөн дә яуҙаштарға өлгө. Уларҙың кәңәше, атайҙарса ҡурсалауы махсус хәрби операция яугирҙарының ғүмерен һаҡлай.
Яугир-интернационалисты гитараһыҙ ҙа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Афған ерендә ижад ителгән патриотик йырҙарҙа бер нисә быуын тәрбиәләнде. Бөгөн дә ябай аккордтар менән башҡарылған көйҙәр үтә лә көнүҙәк яңғырай.
Айнур Кәбиров



