Грипп һәм ОРВИға ҡаршы көрәш: белгестәр кәңәштәре һәм мәктәптәрҙәге саралар


Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, төбәктә киҫкен респиратор инфекциялар, грипп менән сирләүселәр артыуы күҙәтелә. Быға бәйле ҡайһы бер мәғариф учреждениеларында айырым төркөм һәм кластар карантинға ябылды. Шул уҡ ваҡытта сәләмәтлекте һаҡлау буйынса профилактик эш дауам итә. Әйтәйек, белем усаҡтарында температура режимына контроль алып барыла, бинаны дезинфекциялау, елләтеү, һауаны зарарһыҙландырыу саралары күрелә. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова табип-инфекционист менән әңгәмәләшеп, йоғошло ауырыуҙарҙан һаҡланыу ысулдарын белеште.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ