Башҡортостан Ҡытай менән хеҙмәттәшлек итә

Башҡортостан Ҡытай менән хеҙмәттәшлек итә

Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, бер нисә ҙур проект ғәмәлгә ашырыла. "Алға" махсус иҡтисади биләмәһендә ауыл хужалығы ҡоролмалары етештереү предприятиеһы булдырыла. Ошо турала килешеү бар. Ҡытайға үҫемлек майы һатыла. Уҙған йылда беҙҙең республиканан 10 мең тонна ошондай продукция оҙатылған. Шулай уҡ Чанчжоу университеты менән берлектә институт булдырыу тураһында килешелгән.- Ҡытай Башҡортостандың иң ҙур сит ил партнеры, - тине Андрей Назаров.

Фото №1 - Башҡортостан Ҡытай менән хеҙмәттәшлек итә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ